Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ноябрь , 16:35

Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн яңы биш биләмә билдәләнгән

Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» федераль проекты сиктәрендә инфраструктура булдырыу өсөн туристик ҡыҙыҡһыныуҙар һәм ер ресурстары объекттарын асыҡлау буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы үткән.

Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн яңы биш биләмә билдәләнгән
Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн яңы биш биләмә билдәләнгән

Уның барышында тәүге 5 ер участкаһын туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн перспективалылар исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.  Шуларҙың өсәүһе Мәләүез районы биләмәһендә Нөгөш һыу һаҡлағысы янында, ике ер участкаһы Ғафури районында Красноусол минераль сығанаҡтары  янында урынлашҡан.

      «Туризм өсөн ер» проектының маҡсаты - туристар өсөн ҡыҙыҡлы объекттарҙы билдәләү, туристик инфраструктураны урынлаштырыу өсөн улар янындағы участкаларҙы һәм территорияларҙы асыҡлау. Башҡортостан Республика был  проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәр иҫәбенә ингән. Яҡын арала туристик ҡыҙыҡһыныуҙың асыҡланған участкалары тураһында мәғлүмәт Росреестрҙың кадастр картаһында («Туризм өсөн ерҙәр» бүлегендә) урынлаштырыласаҡ. Теләгән һәр кеше, шул иҫәптән инвесторҙар туризм өлкәһендә үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн ғариза бирә ала. Яңы сервис «Төҙөлөш өсөн ер» сервисы менән оҡшаш эшләй.

        Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» проектын тормошҡа ашырыу тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға, яңы территорияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы төҙөкләндереүгә мөмкинлек бирәсәк, шул  рәүешле ошондағы төбәк халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в