Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь , 17:15

Ауыл кооперативтары ярҙам аласаҡ

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында быйыл кооперативтар күргән зыянды ҡаплау тәртибе билдәләнде.

Ауыл кооперативтары ярҙам аласаҡ
Ауыл кооперативтары ярҙам аласаҡ

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында быйыл кооперативтар күргән зыянды ҡаплау тәртибе билдәләнде.

Был зыянды ҡаплатыу буйынса ғаризалар һайлап алынғас, күрелгән зарарҙың дөйөм суммаһы 39 миллион һумдан ашыу буласағы асыҡланды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты буйынса күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамын был юлы 31 ауыл хужалығы кооперативы аласаҡ.

Ағымдағы йылда ошо маҡсатта республиканың ауыл хужалығы кооперативтарына 123 миллион һумлыҡ ярҙам бүленгән. Һайлап алынған кооперативтарға техника, ҡорамалдар, мал һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонолған сығымдың 50 процентына тиклем ҡаплаясаҡтар.

«Башинформ» фотоһы.

Автор:
Читайте нас в