Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь , 16:42

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 9,5 процентҡа артҡан

2022 йылдың ун айында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ  менән мәшғүлдәр һаны 562,1 мең кеше тәшкил иткән, был  үткән йыл кимәленән 9,5 процентҡа юғарыраҡ.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны  9,5 процентҡа артҡан
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 9,5 процентҡа артҡан

“Башҡортостан Республикаһында бизнес өсөн көрсөккә ҡаршы күрелгән ярҙам саралары,  «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ҡаралған саралар бизнесты үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаған. Яңы ярҙам саралары төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә  мөмкинлек бирер, тип ышанам”, - тине Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

     Ошо ваҡыт эсендә  республикаһының дөйөм бюджетына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан 13,1 миллиард һум һалым ингән, был уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 19,4 процентҡа күберәк. Быйыл социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. Ағымдағы йылда,  393 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты социаль тип танылған йәки үҫеш 16,3 процент тәшкил иткән. Социаль эшҡыуарҙар иҫәбе буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында, Мәскәү өлкәһенән ҡала, икенсе урында тора. Бында социаль предприятиеларға дәүләт ярҙамы саралары булыуы ҙур роль уйнай. 138 социаль эшҡыуар быйыл үҙ эшмәкәрлеген үҫтереүгә 100-500 мең һумға тиклем грант алған.

      Быйыл  йәш эшҡыуарҙарға тәүге тапҡыр грант рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтеү ҡаралған һәм дөйөм суммаһы  63,1 миллион һумлыҡ 133 грант тапшырылған.

    Шулай уҡ кәсептәр һәм нефть химияһы өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн субсидиялар биреү тәртибе билдәләнгән,  бының өсөн республика ҡаҙнаһынан һигеҙ миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

     Йылда льготалы микрозаймдар, лизинг, гарантиялар рәүешендә финанс ярҙам саралары күрһәтелә. Финанслауҙың максималь суммаһы һәм ваҡыты оҙайтыла бара. Башҡортостанда эшләүсе һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға  дәүләт ярҙамы сараларын асыҡ итеп еткереү маҡсатында туғыҙ «Минең бизнесым» үҙәге эшләй. Йыл аҙағына  Ҡыйғы, Ҡариҙел, Саҡмағош райондарында һәм Белорет ҡалаһында тағы дүрт яңы офис асылау көтөлә, был да эшҡыуарҙарға  дәүләт ярҙамы сараларын алыуҙы еңеләйтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в