Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь , 08:30

Донъялағы ашламалар баҙарындағы хәл тикшерелде

Путин Рәсәйҙең донъя баҙарына ашламалар оҙатыуҙы киңәйтергә әҙер булыуын билдәләне.  #ВладимирПутин

Донъялағы ашламалар баҙарындағы хәл тикшерелде
Донъялағы ашламалар баҙарындағы хәл тикшерелде

Донъялағы ашлама баҙарындағы хәл яҡшы билдәле, әммә «Уралхим», бер нисә ил яғынан яһалма кәртәләр булыуға ҡарамаҫтан, уңышлы эшләй. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияның генераль директоры, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы комиссияһы рәйесе Дмитрий Мазепин менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рәсәйҙең халыҡ-ара баҙарҙарҙы ашламалар менән тәьмин итеү буйынса эште киңәйтергә һәм был өлкәләге бөтә партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе. «Беҙ бөтә партнерҙар менән дә ошо эште киңәйтергә әҙербеҙ»,- тип белдерҙе Рәсәй Президенты..

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй тәүге тапҡыр Һиндостанды ашламалар менән тәьмин итеүсе иң ҙур төбәккә әүерелгән. Унда, Рәсәйҙең өлөшө 21 процентҡа тиклем артҡан һәм элекке иң ҙур тәьминәтсене Ҡытайҙы уҙып китергә мөмкинлек биргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в