Иҡтисад
26 Ноября 2022, 06:05

Хуш еҫле икмәк

Әнисә Әхтәмова оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Әле икмәкхана асырға ниәтләнгән. #нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Хуш еҫле икмәкХуш еҫле икмәк
Хуш еҫле икмәк

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

– Яңы бешкән икмәкте, ҡамыр ризыҡтарын халыҡ яратып ала. Беҙҙең бәләкәс ауылда икмәк бешергән сауҙа нөктәләре юҡ, шуға ла ауылдаштарымды яңы икмәк менән тәьмин итергә булдым, – тип һөйләй йүнсел ҡатын “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә. Әле етештергән продукция район үҙәгендә, яҡын-тирә ауылдарҙа ла һатыла. Киләсәктә икмәк ризыҡтары етештереүҙе арттырырға, бының өсөн өҫтәлмә цех асырға уйлайҙар.

Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов бизнес-проект тураһында һөйләшеүҙән һуң белгестәргә уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр итә  Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-11-23/ikm-k-bul-a-yyr-a-bulyr-3041906 

Автор:
Читайте нас