Иҡтисад
1 Декабря 2022, 12:25

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар артты

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 14 ноябрендәге 2053-сө ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр уртаса 9% арта.

Добавить в предпочтительные источники Google

1 декабрҙән Башҡортостанда электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел.
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тарифтарҙы индексациялау ваҡытын 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсереү тураһында ҡарары илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктураһы үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла.
Бынан һуң тарифтар 2024 йылдың 1 июленә тиклем индексацияланмай.Импорт тауарҙарын ташыу сығымдарын ҡаплай башлаясаҡтар

Башҡортостандағы эшмәкәрлек Рәсәй Экспорт үҙәгенең иң яҡшы тәжрибәләре исемлегенә индерелде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас