Иҡтисад
2 Декабря 2022, 03:50

Эшҡыуарҙарға даими ярҙам күрһәтелә

2020 йылда төбәктә 122 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Бөгөн улар 126 меңдән ашыу. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙарға даими ярҙам күрһәтеләЭшҡыуарҙарға даими ярҙам күрһәтелә
Эшҡыуарҙарға даими ярҙам күрһәтелә

2020 йылда төбәктә 122 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Бөгөн улар 126 меңдән ашыу. Һуңғы өс йылда республикала 20 меңдән ашыу кеше 7,3 миллиард һумлыҡ ярҙамдан файҙаланған.

Киләһе  капитал һалыуға: яңы төҙөлөшкә һәм предприятиеларҙы реконструкциялауға, техника, ҡорамалдар, инструменттар һатып алыуға, проект-эҙләү эштәренә һәм башҡа сығымдар 30 процентына тиклем компенсациялана.

Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған бизнес та ярҙамдан файҙалана ала. Бындай сара ярайһы уҡ киң таралған.

Былтырғы йомғаҡтар буйынса, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған эшҡыуарҙар 10 миллиард һумлыҡ һалым түләгән. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килгән бөтә һалымдың 80 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Яңы ярҙам сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас