

Шуларҙың 62,2 меңе мәшғүллек үҙәктәре аша эш тапҡан. Республикала ноябрь аҙағына эшкә урынлашыу кимәле 60,8 процент тәшкил иткән. Йәки, теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,88 процент тәшкил итә, йыл башында ул 1,17 процент булған. Халыҡ-ара хеҙмәттәр ойошмаһы методологияһы буйынса иҫәпләгәндә, эшһеҙҙәр һаны 28,5 процентҡа, йәғни 23,7 мең кешегә кәмегән, йәғни 83,2 меңдән 59,5 мең кешегә тиклем әҙәйгән. Предприятиеларҙа ла эш урыны ҡыҫҡарыу сәбәпле бушатылыу хәүефе кәмей. Әйтәйек, июль аҙағында 20 мең кешегә эшенән бушатылыу хәүефе янаһа, ә ноябрь аҙағында ул 12,3 мең кешегә ҡағылыуы мөмкин.
Мәшғүллек үҙәктәре бының буйынса иҫкәртеү сараларын алдан күрә башлаған: эш биреүселәрҙе хеҙмәттәшлек кәрәклеге хаҡында иҫкәртәләр, әлеге мәлдә хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу хәүефе булған 644 эш биреүсе реестрға индерелгән һәм дә, яңы эшсе кадрҙарға мохтаж булған 2,5 мең эш биреүсенең исемлеге төҙөлгән.