Иҡтисад
10 Декабря 2022, 09:45

Дәүләт ярҙамына ла өмөт бар

Башҡортостан предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашырға саҡырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт ярҙамына ла өмөт барДәүләт ярҙамына ла өмөт бар
Дәүләт ярҙамына ла өмөт бар

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был компанияларға производство сығымдарын кәметергә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм хеҙмәтсәндәрҙең һөнәри оҫталығын арттырырға, шулай уҡ килемде күбәйтергә ярҙам итәсәк. Ғөмүмән, уңышлыраҡ эшләргә теләгән предприятиелар өсөн бик тә отошло. Проектта ҡатнашыу бушлай, хатта тәүге ҡатнашыусылар ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ярҙамына ла өмөт итә ала.

Проектта ҡатнашыу өсөн шарттар булдырылған: мәҫәлән, Бр Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов белдереүенсә, резидент йылына 400 миллион һумдан ашыу табыш алырға, эшкәртеү, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш йә иһә сауҙа тармағында эшмәкәрлек алып барырға тейеш. Бынан тыш, бизнеста сит ил вәкилдәре лә ҡатнашһа, уларҙың өлөшө 50 проценттан артмаһын. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты конкурентлыҡ һәләтен, производство күрһәткесен арттырыуҙа ҙур өлөш индерә. Был проект Башҡортостан ерлегендә уңышлы эшләп килә, тип белдерә Рөстәм Моратов.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-12-08/u-yshlyra-eshl-yem-ti-3062820 

Автор:
Читайте нас