

Был килешеүҙәр һөҙөмтәһендә 1,5 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Инвестициялар фәнгә һәм технологияларға, мәктәптәр һәм агрокомплекстар төҙөлөшөнә, полимерҙар етештереүгә, логистик үҙәктәр булдырыуға һәм юл яны сервисын яңыртыуға һалынасаҡ. Форум эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе - вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыу буйынса «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы менән концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу. Проект буйынса инвестициялар күләме 26,9 миллиард һум буласаҡ, шул иҫәптән объектты төҙөү хаҡы - 25 миллиард һум тәшкил итә. Федераль бюджеттан 11,7 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Республиканың адреслы инвестиция программаһы (РАИП) сиктәрендә 3,6 миллиард һум бүленгән. Концессия килешеүенең ғәмәлдә булыу срогы - 25 йыл, шул иҫәптән инвестиция стадияһы 4 йыл тәшкил итәсәк. Бөгөнгө көнгә юл картаһы раҫланған, проект командаһы булдырылған, архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһы әҙерләнгән һәм кампустың беренсе сираты, 35,8 мең квадрат метр майҙанлы Мәжит Ғафури исемендәге парктың проект-смета документацияһы әҙерләнгән. Кампустың бурысы - төбәктең ғилми һәм белем биреү ресурстарының үҙәгенә, бөтә донъянан студенттарҙы һәм йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү урынына, алдынғы техник ҡарарҙарҙы һәм бизнес-идеяларҙы туплап, анализлау һәм тормошҡа ашырыу үҙәгенә әүерелеү.
Форумда ҡул ҡуйыласаҡ тағы бер проект - Башҡортостанда 25 миллиард һумға агропарк төҙөү буйынса «ТАВРОС АГРОПАРК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүгә ҡул ҡуйыу. Унда 85 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыу төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, ауыл хужалығы етештереүселәренә федераль һәм төбәк баҙары кәштәләренә сығыу өсөн өҫтәмә шарттар булдырасаҡ.
Сауҙаның ҙур объекттары араһында төбәктә ике йыл дауамында «Фармленд» логистик комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға әҙерләйҙәр. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,25 миллиард һум тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе компания Форум даирәләрендә төҙөргә ниәтләй.
Республиканың йылдам үҫеш биләмәләрен артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция портфеле 9 миллиард һумға тулыланасаҡ, йәғни «Алға» махсус иҡтисади зонаһындағы проекттарҙың береһенә инвестор 4,5 миллиард һум һаласаҡ.
Эксперттар фекеренсә, әҙерләнгән бөтә килешеүҙәр республика үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Атап әйткәндә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Өфө районында мәктәптәр төҙөү буйынса 12 миллиард һумдан ашыуға бер нисә концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу күҙаллана, ауыл хужалығы өлкәһендә - 4,2 миллиард һумға, сәнәғәттә - 140,5 миллион һумға (Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды проекттары менән бергә), сауҙала 31,5 миллиард һумға килешеүҙәр әҙерләнә.