

16 декабргә тиклем уҙасаҡ был сара үҙ майҙансыҡтарында 3 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйған. Төбәк етәксеһе бизнес-берләшмә вәкилдәрен тармаҡ форумының эшләй башлауы менән ҡотланы.
- Йыл һайын үткәрелеүсе Халыҡ-ара бизнес аҙналығында барыһын да ихлас сәләмләйем. Ошо еңел булмаған осорҙа үҙ проекттарын туҡтатмаған, республика һәм бөтә ил мәнфәғәтенә эшләгән инвесторҙарға рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров.
Сит илдәге коллегаларыбыҙҙы ихлас сәләмләйем. Бөгөн Өфөгә 20-нән ашыу сит дәүләт вәкилдәре килде. 2021 йылда сараның партнёры Ҡаҙағстан булды. Быйыл эстафетаны Беларус Республикаһы ҡабул итте, уның менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә беҙ алға табан ҙур аҙым яһаныҡ. Һәм, әлбиттә, иҡтисадыбыҙ локомотивтары - «Башнефть», «Башҡортостан сода компанияһы», «Газпром», «Ростех» предприятиеларының һөҙөмтәле эшен билдәләп үтергә теләйем. Уларҙың етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына республика менән уңышлы хеҙмәттәшлектәре өсөн рәхмәт белдерәм, тине ул.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының эшлекле программаһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәһендә үҫешенең төп мәсьәләләренә, шулай уҡ ШОС илдәренең бәләкәй һәм урта бизнес эшенә арналған. Дискуссиялар ҡатнаш форматта уҙа: спикерҙарҙың бер өлөшө Өфөләге майҙансыҡҡа йыйыла, ҡайһы бер ҡатнашыусылар онлайн режимда фекер алышыуға ҡушыла. Бынан тыш, форум даирәләрендә 50-нән ашыу килешеүе төҙөргә ниәтләйҙәр, шуларҙың 25-е инвестиция йүнәлешле буласаҡ.