Иҡтисад
15 Декабря 2022, 11:42

Һаҡсыл етештереү проекты уңышлы эшләй

Республикала һаҡсыл етештереү милли проектында етештереү өлкәһенә ҡағылған  47 проект уңышлы тормошҡа ашырыла. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡсыл етештереү  проекты уңышлы эшләйҺаҡсыл етештереү  проекты уңышлы эшләй
Һаҡсыл етештереү проекты уңышлы эшләй

Әлеге ваҡытта был программала 145 предприятие әүҙем ҡатнашып килә. Әйтәйек, заманаға ярашлы  һаҡсыл етештереү алымдарын  етештереүҙә ҡулланыуға өйрәтеүсе  курстарҙа  2500 кеше белем алған, 100-ҙән ашыу етәксе «Производство лидерҙары» программаһы буйынса уҡыған.

      ”Һаҡсыл етештереү милли проекттының маҡсаты  етештереү мәҙәниәтен таҡыла юғарыраҡҡа күтәреү. Хәҙер эшләгән эшеңде мотлаҡ рәүештә һөҙөмтәһен күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк, сөнки унһыҙ етештереүсәнлекте арттырыу мөмкин түгел. Шуға күрә беҙ илдең етештереүселәрен барыһын да ошо милли проектта ҡатнашырға саҡырабыҙ. Инвестиция циклының һәр этабында был алымдарҙың файҙалы икәнен күрәбеҙ», - тине Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының хеҙмәт етештереүсәнлеге, капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү департаменты директоры Александр Молодцов. Һаҡсыл етештереү системаһын индереүгә федераль һәм төбәк компетенциялар үҙәктәре тос өлөш индерә, тип өҫтәне  ул. Ундағы  белгестәр  предприятиеларға производстволағы проблемаларҙы асыҡларға һәм  хәл итеү юлдарын табырға ярҙам итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас