

#нацпроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан
Күмертау ҡалаһынан йәш йүнсел Диана Ибраһимова йәш эшҡыуарҙарға грант конкурсында ҡатнашып, 500 мең һум грант алған һәм бахила етештерә башлаған.
– Медицина тауарҙары етештереү ниәте 2019 йылда тыуҙы. Быйыл станок алып, эш башланыҡ. Әле бахилалар етештерәбеҙ, киләсәктә башҡа тауарҙар өҫтөндә эшләргә иҫәбебеҙ бар, – ти Диана.
Диана Ибраһимова – эшҡыуар-медик ҡыҙы. Ғаилә бизнесы тигән төшөнсә менән ул бәләкәйҙән таныш. Үҙ эшеңде алып барыу өсөн уны яратып башҡарыу, намыҫлы булыу, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек сифаттар кәрәклеген яҡшы белә. Ибраһимовтарҙың стоматология үҙәге, рентген-диагностика үҙәктәре селтәре бар. Диана ҡалала үткән семинарҙарҙа, форумдарҙа әүҙем ҡатнаша, йәштәргә эшҡыуарлыҡ буйынса ярҙам күрһәтә. “Үҙ эшен асырға теләгән йәштәргә яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа, алдына алғанына ынтылырға кәңәш итер инем. Фекерҙәштәр табырға кәрәк – яҡшы һәм ышаныслы команда уңыштың яртыһын тәьмин итә”, – ти йәш йүнсел.
Фото – Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-12-22/ya-yly-tan-ur-may-al-a-baryr-a-3082870