Иҡтисад
30 Декабря 2022, 01:50

Бөтә Рәсәй этабында – өсөнсө урын!

Башҡортостанда милли проект буйынса иң яҡшы остаздар билдәләнде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөтә Рәсәй этабында – өсөнсө урын!Бөтә Рәсәй этабында – өсөнсө урын!
Бөтә Рәсәй этабында – өсөнсө урын!

Өфөлә “Республика предприятиелары – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусылары” араһында иң яҡшы остаздар” конкурсының лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Милли проекттар тарихында икенсе тапҡыр төбәктә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн остазлыҡ тәжрибәһен ҡулланыусылар билдәләнде. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә остазлыҡ” һәм “Йәштәрҙең һөнәри үҫешендә остазлыҡ” номинацияларында «Петон Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционер йәмғиәте

Икенсе дәрәжә дипломдар «ВИСМА» фәнни-етештереү фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә  һәм Бәләбәйҙең "Автонормаль» заводы” акционерҙар йәмғиәтенә бирелде. Конкурс номинацияларында өсөнсө урынға “Яңы технологиялар” инженер-производство предприятиеһы сыҡты.

«Петон констракшн» компанияһы төбәктә алдынғылыҡты биләп, Бөтә Рәсәй этабында өсөнсө урын яулауға өлгәште.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас