+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2023, 12:15

Башҡортостанда эшҡыуарҙар яҡлаулы

Улар грант ярҙамынан уңышлы файҙалана.

Башҡортостанда эшҡыуарҙар яҡлаулы
Башҡортостанда эшҡыуарҙар яҡлаулы

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") буйынса йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан беренсе урын алған.

Уҙған йылда был тармаҡ үҫешенә ярҙамдан 300-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты файҙаланған, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

"Социаль эшҡыуарлыҡ – йәшәү сифатына ыңғай йоғонто яһаған, йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән йүнәлеш. Беҙ уға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. 2022 йылда Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙарға һәм халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшләгәндәргә грант рәүешендә финанс ярҙам күрһәтелде", - ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Грантты күберәк мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, сауҙа, мәҙәниәт, спорт, ял һәм күңел асыу өлкәләрендә эшләгәндәр алған. Йәш йүнселдәргә шулай уҡ эшкәртеү производствоһында, ресторан асыуҙа, ташыу хеҙмәттәрен башҡарыуҙа йыш ярҙам күрһәтелгән.

Автор:
Читайте нас: