+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2023, 18:23

Трактор заводы тергеҙелә

Липецк өлкәһе губернаторы Игорь Артамонов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән осрашыу барышында бөлгөнлөккә төшкән Липецк трактор заводын һалым льготалары менән ярҙам итеүен һораны. #ВладимирПутин.

Трактор заводы тергеҙелә
Трактор заводы тергеҙелә

"Беҙ Белоруссия партнерҙары - "Амкодор" холдингы һәм  "Трансмашхолдинг" менән Липецк трактор заводын тергеҙеү тураһында килештек. Был ғәйәт ҙур завод, флагман ине, бөгөнгө көндә тулыһынса юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Яҡын арала партнерҙар ярҙамында  производствоны тергеҙербеҙ, тип ышанам. Йәғни ҡала, өлкә өсөн был бик ҙур һөҙөмтә буласаҡ», - тип һөйләне Артамонов.

      “Беҙ һеҙгә һалым ташламалары менән башланғыстарыбыҙҙы хуплауығыҙҙы һорайбыҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, беҙгә махсус иҡтисади зона кәрәк. Эргәлә генә ул бар. Әгәр шунда ҡушылһа, инвесторҙар ташлама алыр ине һәм барыһы ла килеп сығасаҡ», - тип өҫтәне губернатор. Артамоновтың мәғлүмәттәре буйынса, Липецк өлкәһендә сит илдәр ҡатнашлығындағы 300-гә яҡын предприятие эшләй һәм был төбәктә хеҙмәт баҙарында тотороҡһоҙлоҡ хәүефе бар. Шулайҙа, әлеге мәлдә  киткән  инвесторҙар урынына икенселәре килә, милек хоҡуҡтарын күсереү процесы бара, тип билдәләне ул.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: