+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2023, 10:50

137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән.

Һуңғы дүрт йыл эсендә Рәсәй Экспорт үҙәгендәге экспорт мәктәбенең «Экспорт форсажы» тип аталған тиҙләтеү программаһы буйынса Башҡортостандың 137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән. Ағымдағы йылдың февраленән уҡыуҙарҙың 12-се ағымын эшләтеп ебәреү күҙааллана. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән.
137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән.

137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән.

Тиҙләтеү программаһының 11 ағымы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостандың 46 компанияһы дөйөм суммаһы 16,5 миллион долларҙан ашыу суммаға 111 экспорт контракты төҙөгән.

Программала ҡатнашыу шарттары:

— компания Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ теркәлергә тейеш;

— юридик шәхестең йәки шәхси эшҡыуарҙың теркәлеү мөҙҙәте ғаризаны тапшырыу ваҡытына тиклем кәмендә өс йыл тәшкил итергә тейеш;

— компанияның алдағы финанс йылына килеме кәм тигәндә 50 миллион һум тәшкил итергә;

— әҙер продукттың экспортҡа сығарылыу мөмкинлеген булдырырға;

— предприятие продукцияһы йәки хеҙмәттәре беренсел энергия булмаған экспорт менән шөғөлләнергә тейеш.

Программала ҡатнашыу бушлай. Уҡытыу төркөмдө йыйыу менән башлана. Бөтә сығымдарҙы ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге түләй.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәренән телефон аша алырға мөмкин: +7 (347) 246 84 09, +7 (917) 353 05 85 йәки электрон почта аша: [email protected] Хәмзин Айҙар Искәндәр улына яҙырға була.

Был “Бәләкәй һәм урта  эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ иниициативаһына булышлыҡ итеү” милли проектын уңышлы бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: