-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2023, 09:45

Эшҡыуарҙарға ярҙам арта

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль йүнәлешле һәм йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендә 134,5 миллион һум бүленгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙарға ярҙам арта
Эшҡыуарҙарға ярҙам арта

2022 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 128 мең берәмек тәшкил иткән, был былтырғы күрһәткестән 0,5 процентҡа күберәк. Эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 3-сө һәм Рәсәй Федерацияһында 11-се урынды биләй, – тип билдәләне Андрей Назаров, – 2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы дүрт миллиард һум.

2023 йылға төп бурыстарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә федераль ярҙамды 1,5 тапҡырға арттырыуҙы тәьмин итеү, шул уҡ ваҡытта башҡа йүнәлештәр буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын күрһәтеү темптарын һаҡлап ҡалыу. Бынан тыш, республикала “Минең бизнесым” үҙәгенең тағы дүрт офисын асыу планлаштырыла.

Был хаҡта һөйләүшеү Хөкүмәт ултырышында барҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: