+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2023, 14:55

Продукцияһын сит илгә һатҡандарға ярҙам

Рәсәй экспортсыларынан ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек ташыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға ғариза ҡабул ителә башланы. Башҡортостанда экспорт эшҡыуарлығына ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли ярашлы тормошҡа ашырыла. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Продукцияһын сит илгә һатҡандарға ярҙам
Продукцияһын сит илгә һатҡандарға ярҙам

Республикалағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр һәм тәьминәтселәр былтыр өсөнсө һәм дүртенсе кварталдарҙа, шулай уҡ быйыл беренсе һәм икенсе кварталдарҙа поставкаланған агросәнәғәт комплексы продукцияһын ташыуға сығымдың 25 процентына тиклемен компенсациялай ала. Был сараны Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектә илдең Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра.

Былтыр агросәнәғәт комплексы предприятиелары 280 миллион долларлыҡ 400 мең тоннаға яҡын продукцияны экспортҡа сығарған. Экспорт структураһында 75 процентты тиерлек май продукцияһы тәшкил итә, ҡалғаны – майлы культураларҙың орлоғо, бал, иген, һөт һәм ит ризыҡтары. Экспорттың төп өлөшө Иранға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Беларусь Республикаһына һәм Үзбәкстанға тура килә. Экспорт продукцияһы күләмен һәм контрагент илдәрҙең географияһын арттырырға ниәтләйбеҙ. Бында экспортсыларға дәүләт ярҙамы саралары ла ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

Продукцияны ташыуға сығымдың бер өлөшөн компенсациялау Башҡортостанда экспортлаусыларға иң популяр ярҙам сараларының береһе булып ҡала. Алынған аҡса предприятиеларға үҙ тауарының конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырырға, производствоны киңәйтергә һәм яңыртырға булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: