-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 09:39

Үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

2022 йылда Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр һаны, шулай уҡ яңы эш башлаған үҙмәшғүлдәр һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы иҫәпкә алғанда 11,6 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Әйтәйек, 2021 йылдың аҙағында ошондай хеҙмәткәрҙәр һаны 513,1 мең кеше тәшкил иткән, ә 2022 йылдың декабрендә 572,4 мең кешегә еткән. Быйыл 10 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда 127,8 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ ваҡытына ҡарағанда 0,7 процентҡа күберәк.

     Республикала 123,2 мең микропредприятие, 4,3 мең  бәләкәй һәм 337 урта предприятие иҫәпләнә. Социаль эшҡыуарҙар һаны 19,5 процентҡа артып, 404-кә еткән. Былтыр яңы асылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 24,3 мең берәмек тәшкил иткән. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр төҙөлөш, ваҡлап һатыу, транспорт һәм һаҡлау өлкәһендә бизнесты йышыраҡ теркәй башлаған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: