+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ғинуар 2023, 11:35

Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторолдо

Был үҙәктәр хеҙмәткәрҙәрҙе рационализаторлыҡ, уйлап табыу һәм инновациялар ярҙамында яңы етештереү мәҙәниәтенә йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторолдо
Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторолдо

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан өс предприятие - “ПЕТОН КОНСТРАКШН” һәәм “Өфөгормолзавод” йәмғиәттәре, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты нигеҙендә Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторолдо. Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов ошо турала белдерҙе.

Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәге һаҡсыл технологиялар ҡулланыуҙы һәм персоналдың белемен камиллаштырыу мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һөнәрҙәрҙең корпоратив стандарттары әҙерләнгән уҡыу-методика майҙансығын тәшкил итә. Был үҙәктәр хеҙмәткәрҙәрҙе рационализаторлыҡ, уйлап табыу һәм инновациялар ярҙамында яңы етештереү мәҙәниәтенә йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Уларҙа эш урындарын аудитлау, һөнәрҙәрҙең корпоратив стандартын әҙерләү, компетенциялар матрицаһын эшләү, персоналды баһалау, шулай уҡ ҡыҫҡа белем биреү программаларын төҙөү нигеҙендә ихтыяж булған эшсе һөнәрҙәр буйынса тиҙләтелгән профессиональ әҙерлек тормошҡа ашырыла.

Фото: economy.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-19/s-predpriyatiela-ya-y-kt-r-asyldy-3111507 

Автор:
Читайте нас: