+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2023, 17:39

6,5 мең кеше вакансиялар йәрминкәһендә эш тапҡан

Үткән йылда Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында вакансиялар йәрминкәһендә 6,5 мең кеше эш тапҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

6,5 мең кеше вакансиялар йәрминкәһендә эш тапҡан
6,5 мең кеше вакансиялар йәрминкәһендә эш тапҡан

         Дөйөм алғанда, бер йылда республикала 1,7 меңдән ашыу төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһе ойошторолған,  ике меңдән ашыу предприятие һәм ойошма эш эҙләүселәргә үҙ вакансияларын тәҡдим иткән. Дөйөм алғанда улар 30 меңгә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте. Унда төрлө йәштәге һәм статуслы кешеләр, шул иҫәптән пенсионерҙар, йәштәр, инвалидтар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан.

Төбәктең хеҙмәт министры Ленара Иванова һөйләүенсә, эш биреүселәр вакансиялар йәрминкәһендә әүҙем ҡатнаша. Һуңғы ике йылда мәшғүллек үҙәктәрендә бындай йәрминкәләрҙе кесе йома көндө үткәреү йолаға әүерелгән. «Был эш биреүселәрҙең ниндәй вакансиялар тәҡдим итеүен ҡарау өсөн яҡындағы теләһә ниндәй мәшғүллек үҙәгенә килергә мөмкин икәнлеген белгән предприятиеларға ла, шулай уҡ эш эҙләүселәргә лә бик уңайлы», - тине министр. Бөгөнгә республиканың вакансиялар банкында 41,3 меңдән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: