-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2023, 10:05

Башҡортостан — 11-се урында!

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингта 11-се урынды алды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан — 11-се урында!
Башҡортостан — 11-се урында!

Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингта 11-се урынды алды. Рейтингты төҙөүселәр хәүефһеҙлекте баһалаған, туристик тармаҡтың, ҡунаҡхана инфраструктураһының һәм шифахана-курорт йүнәлешенең үҫеш кимәлен, төбәктең популярлығын иҫәпкә алған.

Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем республикаға 1,7 миллион турист килгән, быйыл иһә 2 миллион кешенең килеүе күҙаллана. Социаль, ваҡиғалар, этнотуризмды үҫешә. Мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалы эшләй, «Оҙон ғүмерлелек» программаһы сиктәрендә өлкән быуын вәкилдәре республика буйлап сәйәхәт ҡыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың фекеренс, «Беҙҙең тәбиғәтебеҙ үҙенсәлекле, бай мәҙәни һәм тарихи мираҫыбыҙ бар, шифаханалар, тау саңғыһы үҙәктәре селтәре үҫешкән.Иң мөһиме — системалы эш. Туризм өлкәһе иҡтисадыбыҙҙа мөһим урынды биләй, шуға күрә был тема менән даими шөғөлләнеүҙе дауам итербеҙ».

Был төбәктә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә эҙмә-эҙлекле эш алып абрыуын күрһәтә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: