+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 11:35

Сәнәғәт етештереүе 2,7 процентҡа артҡан

2022 йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 2021 йыл менән сағыштырғанда 2,7 процентҡа үҫешкән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сәнәғәт етештереүе 2,7 процентҡа артҡан
Сәнәғәт етештереүе 2,7 процентҡа артҡан

      Башҡортостанда күрһәткес Рәсәйҙән юғарыраҡ - 2022 йылда илдә сәнәғәт етештереүенең 0,6% кәмеүе теркәлгән. Волга буйы федераль округында күрһәткес бер йылда 0,4% артҡан, үҫеште 14 төбәктең етәүһендә теркәгәндәр. Үҫеш темптары буйынса Башҡортостан - округта дүртенсе урында. Сәнәғәт производствоһы айырыуса Татарстанда (6,6 процентҡа), Пенза өлкәһендә (4,3 процентҡа) һәм Удмуртияла (3%) һиҙелерлек артҡан. Марий республикаһында күрһәткестәр һиҙелерлек кәмегән - 6,5 процентҡа.

     Башҡортостанда бер йылда етештереүҙең дүрт секторының өсәүһе үҫеш күрһәткән. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа етештереү индексы 16,3 процент тәшкил иткән, ил буйынса - 100,8%, Волга буйы федераль округында - 102,6%. Башҡортостан - күрһәткестең үҫеш темптары буйынса икенсе урында, сеймал секторы үткән йылда Сыуашстанда үҫеш күрһәткән - 26,1%. Мордовияла 10,7%.кәмегән.

      Башҡортостанда эшкәртеүсе секторҙа сәнәғәт етештереүе индексы - 101%, Рәсәйҙә - 98,7%, Волга буйы федераль округында 0,4% тәшкил иткән. Округта былтыр 14 субъекттың бишәүһендә генә күрһәткестәр үҫкән, иң күбе Татарстанда - 8,2%, Башҡортостанда минималь үҫеш билдәләнгән. Ульяновск өлкәһендә иһә 7,5 процентҡа кәмегән.

      Эшмәкәрлектең «Электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү, һауаны кондициялау» төрө буйынса Башҡортостанда 101,1% индекс теркәлгән, тотош ил буйынса - 100,1%, Волга буйы федераль округында - 101%. Округта күрһәткестәр ете төбәктә артҡан, иң күбе Пермь крайында - 5,2%.Айырыуса Удмуртияла кәмегән- 10,1 процентҡа.

       Һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереүҙе ойоштороу секторында Башҡортостанда - 86,7%, Рәсәйҙә - 93,9%, Волга буйы федераль округында 86,1% кимәлендә сәнәғәт етештереүе индексы теркәлгән. Округта сектор өс төбәктә - Ульяновск (5,7%), Киров (1,3 процентҡа) өлкәләрендә һәм Мордовияла (2,1 процентҡа) ғына үҫеш күрһәткән. Күрһәткестәр бигерәк тә Удмуртияла һиҙелерлек кәмегән - 25,2%.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: