+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль 2023, 11:25

һанлы үҫеш йомғаҡтары ҡыуанырлыҡ

Республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә 2022 йылғы һанлы үҫештең йомғаҡтары тикшерелде.

һанлы үҫеш йомғаҡтары ҡыуанырлыҡ
һанлы үҫеш йомғаҡтары ҡыуанырлыҡ

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә 2022 йылғы һанлы үҫештең йомғаҡтары тикшерелде. Алып барылған әүҙем эш һөҙөмтәһендә Башҡортостан төбәктәрҙең һанлы үҙгәреше рейтингында 30-сы баҫҡысҡа күсте, тип хәбәр итә Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан.

– Йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында туғыҙынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды яуланы. Башҡортостан 30-сы баҫҡысҡа күтәрелде, сөнки төбәктә был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә туҡталып ҡалырға ярамай, өҫтәмә үҫеш өсөн мөмкинлегебеҙ бар, шуға ынтыласаҡбыҙ, – тине Андрей Назаров. Дәүләт идараһын һанлаштырыу йәһәтенән социаль мөһим хеҙмәттәрҙе башлыса электрон төрҙә күрһәтеү бурысы тулыһынса үтәлгән. Хәҙер республикала граждандар 642 дәүләт хеҙмәтен электрон алыу мөмкинлегенә эйә, уларҙың 84-енә айырыуса ихтыяж ҙур.

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:
Читайте нас: