+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2023, 10:30

2023 йылда республикала сәнәғәт етештереүе индексы 103,1 процентҡа етеүе мөмкин

Санкцияларға һәм ҡатмарлы сәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады үҫеш темптарын кәметмәне, киреһенсә, аныҡ үҫеш күрһәткән.

2023 йылда республикала сәнәғәт етештереүе индексы 103,1 процентҡа етеүе мөмкин
2023 йылда республикала сәнәғәт етештереүе индексы 103,1 процентҡа етеүе мөмкин

Республиканың Сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың йомғаҡтары буйынса республиканың сәнәғәт секторына оҙатылған тауарҙар күләме 1 триллион 827 миллиард һум тәшкил иткән, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,8 процентҡа юғарыраҡ. Сей нефть һәм тәбиғи газ сығарыу буйынса күрһәткестәрҙең артыуы Көнбайыш Европа илдәре йүнәлешенән Һиндостанға һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә нефть ебәреүҙең яңы юлдары асылыуға бәйле булды. Был - төбәк сәнәғәтенең яңы ысынбарлыҡҡа яраҡлашыуына сағыу миҫал.

       2024 йылда республика бюджетынан сәнәғәт секторына 405 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Еңел сәнәғәт, урман сәнәғәте комплексына, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары һәм инвалидтар өсөн реабилитация саралары етештереүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк.

      Республиканың төп бурысы - предприятиеларҙы һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу, бөтә планлаштырылған проекттарҙы һәм килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: