+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2023, 09:25

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең ярҙамы ҙур

Ул «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә ярҙам» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең ярҙамы ҙур
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең ярҙамы ҙур
 Быйылғы йылдың тәүге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашты. Район эшҡыуарҙары туризм буйынса өс бизнес-план тәҡдим итте.
  - Туризм өлкәһен инвестициялау яңы эш урындары булдырыуҙы, районға туристарҙы йәлеп итеүҙе, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы ял зоналары ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә проекттарҙы һайлап алғанда һәм әҙерләгәндә район хакимиәтенең ярҙамы мөһим. Муниципалитетҡа яңы туристик объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫ өсөн инвесторҙар менән һөҙөмтәле эшләү алгоритмын әҙерләргә кәрәк, - тине Рөстәм Афзалов.
   2022 йылда Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 2979 кәңәшмә уҙғарылған, был 2021 йылғы күрһәткестән 5,3 процентҡа юғары. Район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ бизнес-шерифтар ҡатнашлығында 4381 проект ҡаралған.
  - Республика муниципалитеттарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә ярҙам» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. 2022 йылда 4 миллиард һумға 516 проект ғәмәлгә ашырылған. Эшҡыуарҙар тарафынан 9,4 мең яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: