+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2023, 09:55

Республика тауарҙары -сит илдәргә

«Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла.  #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; 

Республика тауарҙары -сит илдәргә
Республика тауарҙары -сит илдәргә

2022 йылда республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 400 мең тонна продукцияны экспортҡа сығарған. Аҡсалата иҫәпләгәндә экспорт күләме 291 миллион доллар тәшкил иткән. Был уҙған йыл кимәлендә. Агросәнәғәт комплексы экспорты структураһында күләмдең күпселек өлөшөн (66,4 процент) май тармағы продукцияһы биләй. Экспорт структураһында ҡалған өлөш май орлоғона, спирттарға, балға, иген, ит һәм һөт продукцияһына тура килә.

Башҡортостан агропродукцияһы Рәсәйҙең дуҫ төбәктәренә, Иранға, Төркиәгә, Көньяҡ Кореяға, Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм башҡа дәүләттәргә экспортлана.

 «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: