+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Февраль 2023, 08:00

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн кредит каникулдары 31 мартҡа тиклем оҙайтыла

Санкциялар арҡаһында Башҡортостандың ике меңгә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары кредит түләүҙәр буйынса ауырлыҡ кисерә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн кредит каникулдары 31 мартҡа тиклем оҙайтыла
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн кредит каникулдары 31 мартҡа тиклем оҙайтыла

Шуны иҫәпкә алып 2022 йылдың мартынан декабренә тиклем банктар уларҙың кредитын реструктуризацияланы. Йыйылған бурыстың дөйөм суммаһы 13 миллиард һум тәшкил иткән.

       Күпселек осраҡта компаниялар кредит каникулын рәсмиләштергән, йәғни 5,8 миллиард һумға 1,3 меңдән ашыу килешеү төҙөгән. Башҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары банктарҙың үҙ программалары буйынса льготалар алған.

      «Тәүҙә санкцияларҙан зыян күргән бәләкәй һәм урта компаниялар 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем кредит каникулына ғариза бирә алды. Әле  был мөмкинлек 2023 йылдың 31 мартына тиклем оҙайтылды. Зыян күргән тармаҡтар исемлегендә булған компаниялар түләүҙәрҙе кисектереү йәки айлыҡ иғәнәләрҙе кәметеү хоҡуғы менән файҙалана ала”, - тип билдәләне Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк-бүлексәнең иҡтисад бүлеге начальнигы Фәнүзә Кәлимуллина.  

      Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә, атап әйткәндә, ауыл хужалығы, туризм, дөйөм туҡланыу, медицина, мәғлүмәт технологиялары, ваҡлап һатыу, аҙыҡ-түлек продукттары, кейем-һалым, мебель, көнкүреш химияһы етештереү ингән. Кредит каникулдары критерийҙарына тап килмәгән компаниялар өсөн банктарҙа бурысты реструктуризациялауҙың үҙ программалары әҙерләнгән. Ошондай программалар буйынса дөйөм суммаһы 7,2 миллиард һумлыҡ 600-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары льготаларҙы рәсмиләштергән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: