

Башҡортостанда бейә һөтөнән косметика етештереләсәк. Уны «Благзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә етештереү күҙаллана.
Проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына. Аҡса косметика етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Яңы производствоны асыу ун эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Тимәк, ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекккә ярҙам” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итәсәк.
Компания хужаларының йылына 6500 тауар етештереп сығарыу планы бар. Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй. Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла.