

Башҡортостан Республикаһының биш районы хужалыҡтары тәүлеккә 100 тоннанан ашыу һөт етештерә, шуның менән улар “АПК үҫеше” милли проектына ҙур өлөш индерәләр. Һәр саҡтағыса Саҡмағош районы алда бара, унда тәүлеккә 200 тоннанан ашыу продукция алалар. Артабан алдынғылар исемлегендә Илеш (132 тонна), Ауырғазы (128), Стәрлетамаҡ (113 тонна) һәм Дүртөйлө (112 тонна) райондары килә. Ауыл хужалығы министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, уларҙың дөйөм күрһәткесе йыл башынан 29,5 мең тонна тәшкил итә, тип хәбәр итә. Тотош республика буйынса йыл башынан 89,7 мең тонна продукция етештерелгән, был уҙған йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,3 мең тоннаға күберәк