

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә һаҡсыл технологиялар индереү арҡаһында “Яңы технология” предприятиеһы өс тапҡырға тиерлек етештереү күләмен арттырған. Иҡтисади һөҙөмтә күрһәткесенең 40 миллион һумдан артып китеүен билдәләй Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Яңы технологиялар” предприятиеһы автоматлы төркөм үлсәү ҡулайламалары өсөн запас частар, үлсәү ҡорамалдары, нефть промысел ҡорамалдары һәм башҡа нәмәләр етештерә. Милли проект сиктәрендә автоматлы үлсәү ҡулайламаһын йыйыу ваҡытын бер айҙан ун көнгә тиклем кәметеү, ғөмүмән, һөҙөмтәлелекте күтәреү маҡсаты ҡуйылды.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Владимир Путиндың май указына ярашлы раҫланған. Милли прокттың маҡсаты - 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Фото: bash.news
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-17/a-syl-tehnologiyalar-zamany-3146448