Иҡтисад
21 Февраля 2023, 11:10

Рәсәй иҡтисады санкцияларға бирешмәне

Федераль Йыйылышҡа Мөрөжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ иҡтисады темаһына ҙур иғтибар бүлде.с

Рәсәй иҡтисады санкцияларға бирешмәнеРәсәй иҡтисады санкцияларға бирешмәне
Рәсәй иҡтисады санкцияларға бирешмәне

Владимир Путин беледереүенсә, Рәсәй иҡтисады һәм идара итеү системалары Көнбайыш күҙаллағанға ҡарағанда күпкә ныҡлыраҡ булып сыҡты.

- Хөкүмәт, парламент, Рәсәй банкы, РФ субъекттары һәм, әлбиттә, эшлекле берләшмә вәкилдәренең, хеҙмәт коллективтарының берлектәге эше арҡаһында беҙ иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон тәьмин иттек. Граждандарҙы яҡланыҡ, эш урындарын һаҡлап ҡалдыҡ, баҙарҙа дефицитҡа, шул иҫәптән тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарына, юл ҡуйманыҡ, үҙ эшен үҫтереүгә аҡса һалған финанс системаһына, эшҡыуарҙарға ярҙам иттек, тимәк, – ил үҫешә, – тине ул.

Илебеҙ иҡтисадының күп кенә гражданлыҡ тармаҡтары ҡыҫҡартылмаған, ә киреһенсә етештереү күләме арттырылған. Тәүге тапҡыр торлаҡты сафҡа индереү күләме 100 миллион квадрат метрҙан артҡан. Илдә эшһеҙлек кимәле тарихи минимумға – 3,7 процентҡа етте.  

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас