Иҡтисад
25 Февраля 2023, 04:05

Башҡортостан продукцияһы сит илгә оҙатыла

Башҡортостандан Германияға Ғафури районы баҫыуҙарында үҫтерелгән 22 тонна ҡарабойҙай оҙатылған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан продукцияһы сит илгә оҙатылаБашҡортостан продукцияһы сит илгә оҙатыла
Башҡортостан продукцияһы сит илгә оҙатыла

Башҡортостандан Германияға Ғафури районы баҫыуҙарында үҫтерелгән 22 тонна ҡарабойҙай оҙатылған.

 Республика буйынса Россельхознадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡарабойҙайҙа карантин матдәләре асыҡланмаған. Продукция импортлаусы илдең карантин фитосанитар талаптарына яуап бирә. Идаралыҡ тарафынан фитосанитар таныҡлыҡ бирелгән. Сит ил контрагентына бер партияһы ебәрелгән».
2022 йылда республика ауыл хужалығы предприятиелары 400 мең тонна төрлө продукция экспортлаған. Аҡса йәһәтенән экспорт күләме 291 миллион доллар тәшкил итә, был 2021 йылғы кимәлдә.

Экспорт продукцияһының күпселеген, йәғни 66,4 процентын май-нефть сәнәғәте продукцияһы биләй. Экспорт структураһында ҡалған өлөшө майлы культураларға, спирттарға, балға, иген культураларына, ит-һөт ризыҡтарына тура килә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас