

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса форум үтте. Уның эшендә билдәле ҡортсо Мәҙинә Ибраһимова етәкселегендә 10 кешенән торған Әбйәлил делегацияһы ла ҡатнашты.
Форумдың төп ултырышында тармаҡты үҫтереүҙең төп юлдары хаҡында фекер алышыу булған. Ҡортсоларҙы борсоған чиплаштырыу, умартасылыҡ өсөн урман участкалары ҡуртымға алыу, тәмле бал биргән йүкә ағастары урмандарын һаҡлап ҡалыу, бал продукцияһын һатыуҙы юлға һалыу, Үзбәкстандан осһоҙ бал ҡорттары пакеттарын индереүҙе тыйыу, тармаҡты һанлаштырыу һәм башҡа бик күп көнүҙәк мәсьәләләр тикшергән форумда ҡатнашыусылар.
Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән, тәжрибәле балсылар үҙҙәренең эш алымдары менән таныштырған. Шулай уҡ “Бал ҡорттарының именлеге һәм сәләмәтлеге”, “Бал ҡорттарының йәшәү мөхитен һаҡлай” һәм башҡа темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткән. Форум аҙағында фекер алышыуҙар буйынса эшлекле тәҡдимдәр ҡабул ителгән.