Иҡтисад
3 Марта 2023, 04:59

Сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөй

Бирһә бирә лә ҡуя бит Хоҙай Тәғәлә бөтә булған күркәмлекте бер кешегә! Ауылда бөтәһе лә уны хөрмәт итә, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй яраталар. Минең дә күңелемде ошо матур ҡыҙға хөрмәт, һоҡланыу тойғолары биләй. Һүҙем өс бала әсәһе, тормош иптәшенең ныҡлы терәге булған Ҡ. Шаһыбалова хаҡында. Сәнғәтте һәм эшҡыуарлыҡты юлдаш иткән Ҡәҙриәгә бөтмәҫ һорауҙар менән Хәмит ауылына юлландым.

Сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөйСәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөй
Сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөй

Беҙ икебеҙ ҙә бер тиҫтер ҡыҙҙар булараҡ, районда уҙғарылған төрлө сараларҙа бергә ҡатнаша инек. 2010 йылда “Һылыуҡай” бәйгеһендә Ҡәҙриә менән яҡындан таныштыҡ. Бар яҡлап та килгән һәләтле ҡыҙҙың тәбиғи саф тауышы, һәр ерҙә тәүәккәл булыуы һоҡландырҙы. Уны сәхнә йондоҙо итеп күрергә теләһәм дә, Ҡәҙриәнең тормошо икенсе юҫыҡта дауам иткән...

Ҡ. Шаһыбалова Нәсимә һәм Сабир Баһауетдиновтарҙың алты балалы ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ булып донъяға килгән. Һөйөклө, ҡәҙерле бала булғанға ла, ата-әсәһе яратып Ҡәҙриә исемен биргән. Өс малай, өс ҡыҙ араһында үҙ һүҙле, тәүәккәл булып буй еткерә. 11 йыллыҡ Хәмит мәктәбен тамамлаған. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, мәктәптәге бер сара ла Ҡәҙриәһеҙ үтмәй. Ролдәрҙе оҫта башҡарыусы ла, бейеүсе лә, ҡул эштәренә лә маһир була. Районда үткәрелгән предмет олимпиадаларында ҡатнаша, урындар яулай. Математика, география, химия дәрестәрен ярата.

–Географиянан төрлө кроссвордтар, сканвордтар эшләй торғайным. 11 класты тамамлағанда һигеҙ (!) предметтан берҙәм дәүләт имтиханын һайлағанмын. Шуларҙың һәр береһен тапшырҙым бит әле, – ти ул хәтирәләргә бирелеп.

 Клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергә ауылдар буйлап йөрөп концерттар ҡуйыша. Ул ваҡытта үҙенең йырлау һәләте барлығын да белмәй Ҡәҙриә. Ҡыҙҙар сәхнәлә ансамбль менән сығыш яһағанда, сәхнә артында ғына йырлаша.

Ҡәҙриәгә ижади яҡтан үҫешергә Башҡорт дәүләт аграр университеты күп юлдар аса.

– Бала саҡта “Үҫкәс, кем булаһың?” тигән һорауға исем өсөн “Уҡытыусы!” тип яуаплай инем, шуға күрә лә Башҡорт дәүләт педагогия университетына документтарымды тапшырҙым. Бер йыл унда уҡығас, педагог минең һөнәрем түгел икәненә төшөнөп, Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология факультетына күстем, – ти Ҡәҙриә.

Яңы уҡыу йортона ла тиҙ генә өйрәнеп китә ул. Уҡыу программаһын да еңел үҙләштерә. Тәбиғәте менән тынғыһыҙ ҡыҙ “Нурлан” башҡорт театр студияһына, “Шоңҡар” вокал ансамбленә йөрөй башлай. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” спектаклендә төп ролде башҡарыу бәхете тейә. Шулай итеп, Ҡәҙриә башкөллө ижад донъяһына сума.

–Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә йыуынырға барғанда ла, аш бүлмәһендә ризыҡ әҙерләгәндә лә йырлар инем. Хатта иптәштәрем “Һандуғас торҙо!” тип көлөшөрҙәр ине, – ти Ҡ. Шаһыбалова йылмайып.

 “Мисс БДАУ” конкурсында гран-при яулауын студент саҡтағы иң ҙур уңышы тип һанай. Бәйгелә ҡатнашыуы ла күп көс талап итә, һайлап алыу туры ла етди үтә. Конкурс рус телендә алып барылғанға күрә, ауырлыҡтар ҙа була. Төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан ҡыҙға үҙ өҫтөндә эшләргә тура килә. Сая, батыр Ҡәҙриә юғалып ҡалмай, барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ҙур еңеүгә өлгәшә. Әйткәндәй, ошо конкурста тәүге тапҡыр сәхнәлә йырлай.

  • Башҡа ҡыҙҙар аҡса эшләйем тип эшкә төшөрҙәр ине, ә мин ижади бәйгеләрҙә

ҡатнашып, кеҫә яғын ҡалынайттым. Университет исеменән сығыш яһап, уның данын яҡлап төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, шуғалыр ҙа уҡытыусыларым да һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы, уҡыу ҙа еңел бирелде, – ти Ҡәҙриә.

            Башҡортостан юлдаш телеведениеһы үткәргән “Дарман” программаһында ике туған ағаһы Наил Сырлыбаев менән бер команда булыпсығыш яһай. Конкурсҡа ретро йыр кәрәк булғас, композитор Илдар Абдуллинға мөрәжәғәт итәләр. Ул  “Дискотека” йырын заманса көйгә һалып бирә. Ошо уҡ йылдарҙа “Яратығыҙ”, “Һинһеҙ” исемле йырҙары донъя күрә.

            Мәктәп йылдарынан бер-береһенә ғашиҡ булып, бер парта артында ултырып

үҫкән Илнур Шаһыбалов менән студент йылдарында сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәш ғаилә Өфө ҡалаһында йәшәй, әммә ауыл үҙенә тарта. Күп тә үтмәй, улар үҙҙәренең тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Ҡәҙриә тормош иптәшенән дә уңған, Илнурҙың да ҡулы оҫта, әлеге мәлдә йәштәр ике ҡатлы йорт төҙөй.

Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы ике малай һәм ҡыҙ донъяға килә. Рузиль икенсе класс уҡыусыһы, йорт эштәрендә ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы. Ҡул эштәренә маһир, һүрәт төшөрөргә ярата. Румиль менән Юлиә балалар баҡсаһына йөрөй, Румиль йырларға әүәҫ, ә Юлиә – бейеүсе.

Ауылға ҡайтып төпләнгәндәрҙең күбеһе эш мәсьәләһе менән ыҙалай. Тырыштар йүнен дә, әмәлен дә таба. Тәүәккәл Ҡәҙриә күп уйлап тормай, ата-әсәһенең бикле торған магазинын кире асып ебәрә.

  • Бәләкәйҙән магазинда атай менән әсәйемдең нисек ыҙалап эшләгәнен күреп

үҫтем, уҡыусы сағымда үҙем дә аҙыҡ-түлек һатыштым. Ауыл халҡының холоҡтарын яҡшы белгәс, был эш мине ҡурҡытманы. Кешенең дә төрлөһө була: әрләп китеүселәр ҙә юҡ түгел. Шундай мәлдәрҙә һығымта яһайым, хаталарымды барлайым, үҙемә фәһем алам. Ололар бит яҡшыға өйрәтә. Шуға күрә, дәртләнеп, сәмләнеп хеҙмәт итәм, – ти ул.

             Шаһыбаловтарҙың “Нур” магазины ауыл үҙәгендә урынлашҡан. Сауҙа нөктәһе халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары, кейем-һалым менән тәьмин итә. Сәләмәт тормош яҡлы Ҡәҙриә һатыу нөктәһендә спиртлы эсемлектәр һатмай, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы ла сағыштырмаса осһоҙ ҡуя. Хәмит урта мәктәбенә лә сифатлы продукция ташый. Магазин өсөн тауарға ла бортлы “Соболь” газелы менән Магнитогорск ҡалаһына йә иптәше, йә үҙе йөрөй.

– Газелдә руль артында ҡатын-ҡыҙҙар һирәк йөрөгәнгә күрә, ҡатын икәнемде күрһәләр, ир-егеттәр юл бирә, – тип көлә Ҡәҙриә. – Шул уҡ ваҡытта тәүлек әйләнәһенә магазинда ла эшләргә кәрәк. Һәр ауырлыҡты тиң күтәрешкән ваҡытта ғына, бергә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Етеш, мул тормошта йәшәгән кешенең дә бит күңеле таҙа була. Уларҙың яуызлыҡ уйларға ваҡыты ла ҡалмай. Бәхете, муллығы менән ҡәнәғәт йәшәй.

Ысынлап та, һәр нәмәлә үҙенсәлек эҙләгән Ҡәҙриә үҙенең эргә-тирәһендәгеләргә матурлыҡ өләшә. Әйткәндәй, магазинының тышына ла интернет селтәренән ҡарап, иҫ китмәле һүрәт төшөргән. Уның эшләгән һүрәттәре тыуып үҫкән йортон, текмә буйҙарын биҙәй. Тауыш өҫтөндә эшләү йәһәтенән Өфө ҡалаһына вокал уҡытыусыһы Әлфиә Зәһиҙуллинаның дәрестәренә йөрөй. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй: үткән йыл “Ретро”, быйыл “Алтын тауыш” конкурстарында беренсе урындар яулай.

  • Тормоштан йәм тапмай, моңайып киткәндәрҙә лә йәшәү йәме өрөп ебәргән

саҡтарым аҙ булманы. Юҡ-барға борсолоп ултырғандарҙы, сүптән дөйә яһағандарҙы өнәп етмәйем. Стресҡа бирешмәү тыумыштан килмәйҙер, тәжрибә туплаған һайын ҡалыныраҡ елкәле була бараһыңдыр, тип уйлайым. Хәҙер иһә уңышһыҙлыҡтарға ла философтарса ҡарайым, иң мөһиме – яҡындарҙың иҫән-һау һәм бәхетле булыуы, – ти ул.

            Һәр ерҙә әүҙем Ҡәҙриәгә ауыл халҡы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе эшен дә ышанып тапшырған. Атаһы менән әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең дә ярҙамсылары улар.

            Тормошта үҙ урынын тапҡан, һынауҙарҙа сыныҡҡан, сәнғәт менән эшҡыуарлыҡты бергә алып барған Ҡәҙриәгә һоҡланмау мөмкин түгел.

Сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөй
Сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡ йәнәш йөрөй
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас