Иҡтисад
10 Март 2023, 05:15

Айына 20 меңгә яҡын матрас етештерелә

Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Айына 20 меңгә яҡын матрас етештереләАйына 20 меңгә яҡын матрас етештерелә
Айына 20 меңгә яҡын матрас етештерелә

Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы.

«Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Мәмлиев белдереүенсә,  яңы етештереү цехын һәм складтар төҙөүгә 450 миллион һум һалынған, шуның 200 миллион һумы дәүләт ярҙамы. Предприятие айына 20 меңгә яҡын матрас етештерә.

Компания майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ тағы бер производство бинаһын төҙөргә йыйына. Был йылына 50 меңгә тиклем матрас сығарырға мөмкинлек бирер тип көтөлә.

Һуңғы ике йыл ярым эсендә предприятиела етештереү майҙансыҡтары — ике, килем өс тапҡырға артҡан, тимәк, республика ҡаҙнаһына һалым түләүҙәре лә. «Корона» илдә матрас етештергән тәүге дүртәү иҫәбенә инә.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты бойомға ашырыуҙа бер аҙым.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас