Иҡтисад
10 Марта 2023, 03:00

Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һөҙөмтә бирә

Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыуҙан иҡтисади һөҙөмтә 1,5 миллиард һумдан ашҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һөҙөмтә бирәХеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һөҙөмтә бирә
Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һөҙөмтә бирә

Милли проектта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индереү иҫәбенә шәхси иҡтисади һөҙөмтәләргә өлгәшкән: берәүҙәр матди ресурстарҙы һәм сығымдарҙы экономиялаған, икенселәре һатыуҙы арттырған йәки етештереүҙе үҫтереүгә өҫтәмә аҡса йүнәлткән.

     Бөгөн милли проектта 150 төбәк предприятиеһы ҡатнаша. Милли проект продукция сығарыу күләмен арттырырға мөмкинлек бирә һәм етештереү сығымдарын кәметә.

     Проекттың төп маҡсаты булып 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу тора.  Милли проекттың асылы, сығымдарҙы кәметеү ярҙамында продукция етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҡайтып ҡала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас