

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбе менән берлектә Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен арттырыу өсөн тәғәйенләнгән “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһын тормошҡа ашыра. Программаның беренсе модуле 15 мартта башлана. Республика предприятиелары унда ҡатнаша ала.
– Программаның һөҙөмтәлелеге элегерәк программала ҡатнашҡан предприятиеларҙың килешеүҙәре менән раҫлана. 2019–2022 йылдарҙа унда 700-ҙән ашыу предприятие ҡатнашҡан, шуларҙың 25 проценты 16,8 миллиард һумдан ашыу күләмдә 392 экспорт килешеүе төҙөгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-10/ma-sat-eksport-e-ten-arttyryu-3171969