

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 5,9 процентҡа артҡан. Үҫеш темптары уртаса Рәсәйҙекенән юғарыраҡ.
-2019 йылдан инвестициялар буйынса ыңғай динамика һаҡлана. Һуңғы дүрт йыл эсендә инвестициялар 40,2 процентҡа артты - был Волга буйы федераль округында иң юғары үҫеш. Бизнес - йылдам үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зона, сәнәғәт һәм индустриаль парктар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Ярҙам программалары, льготалар һәм өҫтөнлөктәрҙе уйлайбыҙ. Ябай булмаған осорға һәм глобаль санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ алға барабыҙ. Туҡтап ҡалмайбыҙ, барлыҡ ҡоралдарыбыҙ ҙа яйға һалынған һәм үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Ә бизнес беҙҙә ышаныслы партнер күрә. Шул иҫәптән - инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырған, етештереүҙе яңыртҡан эре предприятиеларыбыҙ, - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.