

Контракт суммаһы 2021 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Башҡортостан етештереүселәренең тышҡы сауҙа партнерҙары булып Үзбәкстан, Төркиә, Көньяҡ Корея, Тажикстан, Ҡытай һәм башҡа илдәр компаниялары тора.
Йыл дауамында республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге 1032 предприятие өсөн 3500-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткән. Бер йылда 56 компания 17 электрон сауҙа майҙансығында ҡатнашып үҙҙәре етештергән 744 тауар төрөн урынлаштырған һәм 2,8 миллион долларлыҡ продукция һата алған. Экспорт географияһы 32 илде үҙ эсенә алған, 120 бәләкәй һәм урта предприятие сит илдәрҙә 16 күргәҙмәлә һәм һигеҙ бизнес-миссияла ҡатнашҡан, уның барышында 5,7 миллион долларлыҡ контракттар төҙөлгән.