Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март , 10:37

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа эшләүсе компанияларҙың килеме кәмегән

Шул уҡ ваҡытта, йыл дауамында республиканың ҙур һәм урта компанияларының килеме 6 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа эшләүсе компанияларҙың килеме кәмегән
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа эшләүсе компанияларҙың килеме кәмегән

Үткән йыл һөҙөмтәһе буйынса, табыштың иң ҙур суммаһын эшкәртеүсе производство өлкәһендәге компаниялар күрһәткән - 260,3 миллиард һум. Әммә, был тармаҡта 2021 йыл менән сағыштырғанда күрһәткес 3,1 процентҡа кәмегән. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, автотранспорт сараларын һәм мотоциклдарҙы  ремонтлауҙа эшләүсе компанияларҙың килеме 44,8 миллиард һум тәшкил иткән, был 2021 йылғы кимәлдән 1,9 тапҡырға күберәк. Электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү, һауаны кондициялау өлкәһендә эшләүселәрҙең табышы 15,9 миллиард һум (6,5 процент үҙеш), профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлектә - 15,8 миллиард һум (15,6 процент үҫеш), файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙа 13,8 миллиард һум (14,7 процентҡа кәмерәк) булған.

    Уҙған йылда республикала килемле ойошмаларҙың өлөшө 77,3 процент тәшкил иткән (2021 йылда 75,2 процент). һум тәшкил иткән, унан 56,5 миллиард һум, йәки 4,9% ваҡытында срогы сыҡҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в