Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары Магнитогорскиҙа булды, ауыл халҡын ошо ҡалаға эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында улар бөгөн ҙур төҙөлөш эштәре алып барылған «Притяжение» паркында и Магнитогорск металлургия комбинаты менән танышты. Ошо проект нигеҙендә 2023 йыл башынан металлургия комбинатының подряд ойошмаһы булған «Прокатмонтаж» акционерҙар йәмғиәтенә Баймаҡ һәм Бөрйән райондарынан 100-ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған.
«Прокатмонтаж» етәкселеге менән үткән кәңәшмәлә яҡтар ике яҡ өсөн бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлекте дауам итергә һөйләшеп килеште. Предприятиеның иҡтисад буйынса директоры Кирилл Генералов билдәләүенсә,, компания яҡындағы ике йылға йыллыҡ әйләнеш е7 миллиард һум булған заказдар ҡабул иткән. Шулай булғас 1500 кешегә тиклем, шул иҫәптән Урал аръяғы райондары халҡын эш менән тәьмин итә ала. Бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлек “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген күтәреү” милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итәсәк.