

Уның нигеҙен химия сәнәғәте продукцияһы (28,1%), машиналар эшләү продукцияһы (22%), аҙыҡ-түлек тауарҙары (7,1%), целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары (3,3%), металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар (3,2%) тәшкил иткән.
2021 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда “текстиль, туҡыма әйберҙәр һәм аяҡ кейеме” тауар төркөмө иң ҙур үҫеш күрһәткән - 50,4%. Химия сәнәғәте продукцияһы, каучук (31%) һиҙелерлек үҫеш күрһәткән.
Республика Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан бизнестың продукцияны экспортлауға сығымдарының бер өлөшөн субсидиялай башлаған тәүге төбәк булып тора. 2019 йылдан республика тауарҙарын сит илдәргә ташыу буйынса киткән сығарымдарының бер өлөшөн, ә 2020 йылдан халыҡ-ара сертификация алыуға киткән сығымдар ҡаплана.
Бынан тыш, төбәктә «экспорт кешбэк» механизмы эшләй, был урындағы етештереүселәргә тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте алып барыуға киткән сығымдарының бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә.