Иҡтисад
22 Марта 2023, 10:45

Башҡортостан хужалыҡтары 247 миллиард һумлыҡ тауар етештергән

Республикала тракторҙар һәм үҙ йөрөшлө сапҡыстар сығасаҡ. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан хужалыҡтары 247 миллиард һумлыҡ тауар етештергәнБашҡортостан хужалыҡтары 247 миллиард һумлыҡ тауар етештергән
Башҡортостан хужалыҡтары 247 миллиард һумлыҡ тауар етештергән

Башҡортостанда былтыр хужалыҡтар 247 миллиард һумға тауар етештергән.

Премьер-министр Андрей Назаров Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә шулай тип белдерҙе. Тармаҡта етештереү һәм финанслауҙа ла йылдан-йыл арта. Былтыр ауыл хужалығына 17 миллиард һум йәлеп ителгән. Был күрһәткес 2017 йылдан һигеҙ тапҡырға артҡан.

Форум барышында сылбырлы тракторҙар һәм үҙйөрөшлө косилкалар сығарыу буйынса заводтар эшенә рәсми старт бирелде. Республика Хөкүмәте һәм Рәсәй ауыл йәштәре союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. 

Мәғлүмәт һәм фото https://bash.news/bash/news/197374-baskortostanda-byltyr-xuzalyktar-247-milliard-xumga-tauar-etestergen алынды.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас