Иҡтисад
24 Марта 2023, 03:10

Предприятиелар эшселәре ҡайтанан уҡытыла

Башҡортостанда оборона-сәнәғәт предприятиеларының меңгә яҡын эшсеһе өҫтәмә һөнәр аласаҡ. Был «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Предприятиелар эшселәре ҡайтанан уҡытылаПредприятиелар эшселәре ҡайтанан уҡытыла
Предприятиелар эшселәре ҡайтанан уҡытыла

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар планлаштырылған. Республика өсөн 2023 йылға ҡатнашыусыларҙың квотаһы 870 кеше тәшкил итә. Был маҡсатҡа яҡынса 52 миллион һум һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шуларҙың 99 проценты – федераль бюджеттан, 1 проценты – төбәк ҡаҙнаһынан. Яңы программа был өлкәне кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә, ә төбәк халҡына яңы һөнәр алырға һәм оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк.

Уҙған йыл санкциялар арҡаһында заказдар булмау сәбәпле ябылырға мәжбүр булған цехта эшләгән 3 612 хеҙмәткәрҙе былтыр шул уҡ предприятиеларҙа талап ителгән һөнәрҙәргә өйрәткәндәр йәки квалификацияһын күтәргәндәр.

2023 йылда Рәсәй Хеҙмәт Министрлығы яңы йүнәлешкә ярҙам итергә тәҡдим итә – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен яңы һөнәрҙәргә  уҡытыуға һорау арта, илдең 63 төбәге шундай ихтыяж белдерә. Яңы программа көнүҙәк, сөнки дәүләт оборона заказы илдә күбәйә.

Әйткәндәй, 2022 йылда республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына бөтәһе 7 316 кешене эшкә урынлаштырған, уларҙың 228-е – урта һөнәри белем биреү учреждениеларының элекке студенттары һәм сығарылыш уҡыусылары.

Фото: votray.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас