Иҡтисад
30 Марта 2023, 06:51

Инвестициялар күләмен арттырыу бурысы тора

Башҡортостан республикаһы хөкүмәте төп капиталға инвестицияларҙың йыллыҡ күләмен 650 миллиард һумға еткерергә ниәтләй. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Инвестициялар күләмен арттырыу бурысы тораИнвестициялар күләмен арттырыу бурысы тора
Инвестициялар күләмен арттырыу бурысы тора

Былтыр Башҡортостанда инвестициялар күләме тәүге тапҡыр 500 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. «Инвестиция сәғәт»тәрендә 150 миллиард һумға йөҙгә яҡын  проект ҡаралған. Дүрт йылда республикала 500 проект ғәмәлгә ашырыла башлап, инвестицияларҙың күләме бер триллион һум самаһы тәшкил иткән, 58 мең эш урыны булдырыу ҡаралған. Төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә «проекттар линияһы» киңәйә, уларҙың һаны уҙған йылда 60-ҡа еткән, инвестициялар күләме 90 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, хәҙерге ваҡытта  60 миллиард һумлыҡ тағы ла алты проект әҙерләнеүе билдәле. 2022 йылда республика 41 миллиард һумға ете концессия килешеүенә ҡул ҡуйылған, уларҙың иң ҙуры  булып, юғары уҡыу йорттары араһында кампус төҙөү тора.

      Шулай уҡ концессия сиктәрендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Шифа» балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөләсәк, Нефтекамала, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Өфө районында мәктәптәр сафҡа инәсәк. Төбәктең йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә (ТОСЭР) 45 миллиард һумға торошло проекттар менән 126 резидент теркәлгән, «Алға» махсус иҡтисади зонаһында 42 миллиард һумлыҡ проекттарҙы 12 компания тормошҡа ашыра. Республика властары әлеге көндә ошо айырым иҡтисади зонаны киңәйтеү буйынса мәсьәләне тикшерә лә инде.

Автор:
Читайте нас