

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы өсөн һатып алынған һәм Өфөлә 75-се маршрут буйынса йөрөгән 35 яңы автобус йыл башынан алып бер миллион 107 мең пассажир ташыған, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 38 мең кешегә күберәк. Әйткәндәй, 2,5 айҙа автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған. 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, биш меңгә кәмерәк булһа ла, автобустарҙың һыйҙырышлы булыуы иҫәбенә ташылған пассажирҙар һаны дүрт процентҡа артҡан. Бер рейста яңы автобус уртаса 68 кешене йөрөтә, ә иҫке быуын автобусы – 50.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тағы 50 автобус һатып алыу күҙаллана. Улар Өфөлә 226-сы муниципаль маршрутты хеҙмәтләндерәсәк.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.