Иҡтисад
31 Марта 2023, 06:50

Балаларға – сифатлы аҙыҡ!

2019 йылда ойошторолған “Дубрава кооперативы Ғафури районындағы балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе йыл әйләнәһенә үҙе етештергән ит һәм йәшелсә ярымфабрикаттары менән тәьмин итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Балаларға – сифатлы аҙыҡ!Балаларға – сифатлы аҙыҡ!
Балаларға – сифатлы аҙыҡ!

2019 йылда ойошторолған “Дубрава" кооперативы Ғафури районындағы балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе йыл әйләнәһенә үҙе етештергән ит һәм йәшелсә ярымфабрикаттары менән тәьмин итә.

Кооперативтың етештереү цехы дөйөм майҙаны 800 квадрат метрлыҡ бинала урынлашҡан. Ул заманса технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бөгөн ярымфабрикаттар цехында 11 кеше эшләй. Бында билмән, манты, хинкали, эремсек билмәне, голубцы, кәтлит һ.б. етештерелә. Продукцияның ҙур өлөшөн кооператив үҙенең пайсылары аша һата. Әйткәндәй, 2022 йылда ауыл хужалығы кооперативы аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереүҙең төбәк программаһында ҡатнашып, ҡорамалдар һатып алыуға 1,6 миллион һум күләмендә субсидия алған.

“Дубрава”ға эш башлауҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына  ярашлы бирелгән дәүләт ярҙамы ҙур ярҙам булған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас