Иҡтисад
7 Апреля 2023, 09:37

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә 10 индустриаль парк булдырыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы парламенты ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров дәүләт-шәхси партнерлыҡ рейтингын формалаштырыу темаһын  ентекле яҡтыртты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә 10 индустриаль парк булдырылаДәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә 10 индустриаль парк булдырыла
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә 10 индустриаль парк булдырыла

Андрей Назаров һуңғы ваҡытта дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарының әүҙем индерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә проекттарҙы киңәйтәбеҙ. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса улар 60-ҡа етте. Ә инвестициялар күләме 90 миллиард һум самаһы тәшкил итте” - тине Хөкүмәт Рәйесе.

     Сәнәғәт инфраструктураһы ла әүҙем үҫешкән, тип билдәләнде докладта. Башҡортостан индустриаль парктар һәм технопарктар һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инә. Әлеге ваҡытта дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә тағы ла 10 индустриаль парк булдырырға әҙерләнәбеҙ, - тип өҫтәне  Андрей Назаров.

 Һылтанма: https://pravitelstvorb.ru/news/20598/

Автор:
Читайте нас